Өфөнөң Ленин районы биләмәһендә торлаҡ-коммуналь хеҙмәте эшен дауам итә.

Торлаҡ -коммуналь хеҙмәттәге эш тәүлек әйләнәһенә һәм ялһыҙ режимда алып барыла.
Торлаҡ -коммуналь хеҙмәттәге эш тәүлек әйләнәһенә һәм ялһыҙ режимда алып барыла. Бөгөн, 13 ғинуарҙа, һауа торошоноң һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, иртәнсәк иртә менән Өфө ҡалаһы Ленин районын төҙөкләндереү хеҙмәткәрҙәре ҡарҙы йыйыуға һәм ситкә сығарыуға тотондо. Районда 26 берәмек төрлө техника һәм 26 юл эшсеһе эшләй. Төндә яуған ҡарҙы ситкә сығарып ташлау Революция,Цюрупа, Киров, М.Кәрим, Ленин, Коммунистик, Ғафури, К. Маркс, Аксаков, Красин урамдарында үтте . 1489,5 куб.м. күләмендә ҡар ситкә сығарылды . Юлдарҙы боҙлауыҡҡа ҡаршы материалдар менән тәьмин итеү эше дауам итә.Күпер һәм юл үткәргестәрен таҙартыуға, шулай уҡ йәмәғәт транспортары туҡталыштары урындарына оло иғтибар бүленә. Иртән иртә менән күп фатирлы йорт ихаталарын урам һепереүселәре ҡарҙан таҙарта,тротуарҙарға ҡом һибелә,барлыҡҡа килгән шәреләр һәм ҡыйыҡтарҙағы боҙбармаҡтар юҡҡа сығарыла. Хөрмәтле ҡала халҡы! Ҡарҙы йыйыу һәм сығарыу буйынса эште сифатлы ойоштороу өсөн,автомобилдәрегеҙҙе юл эргәһендә ҡалдырмауығыҙҙы һәм ишек алдынан машиналарҙы шулай уҡ ҡарҙан таҙартыу эше булғанда ваҡытында алып тороуығыҙҙы һорайбыҙ. Өфө хакимиәтенең рәсми сайтында,Өфө ҡалаһы торлаҡ хужалығы идаралығының,шулай уҡ күп фатирлы йорттарҙың мәғлүмәт стендтарында ҡарҙы йыйыу тураһында иғландарҙы иғтибар менән уҡырға саҡырабыҙ.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA