Уҙған тәүлектә Өфө урамдарынан 22 мең кубометр ҡар сығарылған

Ҡала коммуналь хеҙмәттәренең бар көсө үткән ҡар яуыу һөҙөмтәләрен бөтөрөүгә йүнәлтелгән. Уҙған тәүлектә Өфө урамдарынан 22 мең кубометр ҡар сығарылған, ҡала юлдарында 368 тоннанан артыҡ боҙлауыҡҡа ҡаршы материалдар ҡулланылған.

Бөгөн юлдарҙы таҙартырға 423 юл эшсеһе һәм 266 махсус техника сыҡҡан.

Хәҙерге ваҡытта ҡала юлдарын, күперҙәрҙе таҙартыу, боҙлауыҡҡа ҡаршы материалдар менән эшкәртеү эштәре дауам итә. Шулай уҡ юл эшселәре тротуарҙарҙы һәм йәмғиәт транспорты туҡталыштары майҙансыҡтарын таҙарталар.

Ғәҙәттәгесә, иртәнән башлап 146 берәмек техника һәм 751 ихата йыйыштырыусыһы йорт яны биләмәләрен таҙарта. Көндөҙ уларға ярҙамға торлаҡ һәм башҡа һөнәр хеҙмәткәрҙәре лә ҡушыласаҡ.

Ихаталарҙы көн һайын таҙартыу менән бер рәттән күп фатирлы йорттарҙың биләмәләрен ҡарҙан һәм боҙҙан комплекслы таҙартыу эштәре алып барыла.

Хөрмәтле ҡала халҡы! Биләмәләрҙе ҡарҙан сифатлы таҙартыу өсөн автомобилдәрәгеҙҙе юлда ҡалдырмауығыҙҙы һәм ихаталарҙы комплекслы таҙартыу графигына иғтибар итеүегеҙҙе һорайбыҙ.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA