Өфө Хакимиәтенең эш режимы үҙгәрә

Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге юл үткәргесте реконструкциялау сәбәпле һәм шул урында хәрәкәт тығыҙлығын кәметеү маҡсаты менән Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәтендә 11 ғинуарҙан алып эш режимы үҙгәрә.

Өфө Хакимиәтенең эш режимы үҙгәрә

Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге юл үткәргесте реконструкциялау сәбәпле һәм шул урында хәрәкәт тығыҙлығын кәметеү маҡсаты менән Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәтендә 11 ғинуарҙан алып эш режимы үҙгәрә. Яңы график буйынса Өфө ҡалаһы Хакимиәте сәғәт иртәнге 08.00 эшләй башлай һәм киске 17.00 тамамлай.

Өфө ҡалаһы Хакимиәте хеҙмәткәрҙәренең һәм муниципаль предприятиеларының иртәрәк эшләй башлауы Өфөгә көньяҡтан инеү юлындағы хәлде еңеләйтергә мөмкинлектәр бирер тип көтөлә.

Өфө ҡалаһы Хакимиәте ҡала биләмәһендә урынлашҡан предприятие, учреждение һәм ойошмаларының етәкселәренә юл үткәргесте реконструкциялау сәбәпле тыуасаҡ ҡыйынлыҡтарҙы иҫәпкә алып эш графигын үҙгәртеү мөмкинлеген булдырыу буйынса мөрәжәғәт итә.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA