Раштыуа байрамы менән!

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Сергей Грековтың ҡотлауы.

Раштыуа байрамы менән!

Хөрмәтле өфөлөләр!

Раштыуа байрамы күп быуатлы христиандар мәҙәниәтенең иң яҡшы йолаларының береһен сағылдырып, яҡты киләсәккә өмөт һәм ышаныс өҫтәй, әхлаҡи ҡиммәттәр ролен арттыра һәм үҙ-ара татыулыҡ ептәрен нығыта.

Рухи мираҫҡа таянмайынса кешенең йәшәйешен, йәмғиәт алдында ҡуйылған бурыстарын ыңғай хәл итеүен күҙ алдына килтереп булмай.

Өфөлә быуаттар дауамында дуҫлыҡта һәм татыулыҡта төрлө дин вәкилдәре йәшәп килә. Башҡортостан православныйҙары Өфө һәм республиканың сағыу мәҙәни тормошона, иҡтисади һәм социаль үҫеш өлкәһенә һәм ижтимағи тотороҡлоҡто нығытыуға тос өлөш индерә.

Был изге байрам баш ҡалала йәшәүселәрҙе үҙ-ара рухи-әхлаҡи яҡтан тағы ла байытып, саф ниәттәр менән һуғарыр тип ышанам.

Православ христиандарға һәм өфөлөләргә ныҡлы һаулыҡ, рух ныҡлығы, уңыштар теләйем!

 

 

Башҡортостан Республикаһы

Өфө ҡалаһы ҡала округы

Хакимиәте башлығы вазифаһын

ваҡытлыса башҡарыусы                                                             С.Н. Греков


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA