Яңы 2021 йыл менән!

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Сергей Грековтың ҡотлауы.

Яңы 2021 йыл менән!

Хөрмәтле өфөлөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары!

Был минуттарҙа беҙ Яңы 2021 йылға аяҡ баҫабыҙ. Ғаилә менән йәки дуҫтар менән уны ҡаршылайбыҙ һәм яҡындарыбыҙға иң яҡшы теләктәрҙе генә теләйбеҙ.  Мин дә был теләктәргә ҡушылам! Ҡалабыҙҙың һәр кешеһе йыл буйына күңел күтәренкелеген, үҙ көсөңә ышанысын һәм бары тик алға ғына барыу теләген һаҡлап ҡалһын.

Уҙып барыусы йыл, ысынлап та, ҡатмарлы булды. Сикләү саралары күп йүнәлештәрҙә эшсәнлекте ҡатмарландырҙы. Йыл башында ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеү өсөн күп көстәр һалынды. Тырыш һәм һөҙөмтәле эштәр өсөн барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм!

Беҙҙең медицина хеҙмәткәрҙәре, һис шикһеҙ, айырым рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ. Яңы йыл төнөндә лә һеҙ эшләйәсәкһегеҙ. Ҡотҡарыусылар, янғын һүндереүселәр һәм полиция хеҙмәткәрҙәре менән бергә беҙҙең халыҡтың именлеге һәм тыныслығы һағында торасаҡһығыҙ.

Киләсәктә муниципалитеттың пландары һәм бурыстары күп, уларҙы тормошҡа ашыраһы бар. Яңы йыл бөтә өлкәләрҙә лә иң мөһим мәсьәләләрҙе һәм ҡаҙаныштарҙы хәл итеү осоро булыр, Башҡортостан Республикаһы, уның баш ҡалаһы мәнфәғәтенә йүнәлтелгән барлыҡ пландарҙы, эштәрҙе һәм башланғыстарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итер, тип ышанам!

Был яҡты байрам һәр йортҡа йылылыҡ һәм иртәгәһе көнгә ышаныс алып килһен, барыһына ла күңел күтәренкелеге һәм дәрт бүләк итһен!

Яңы йыл менән, дустар!

 

Башҡортостан Республикаһы

Өфө ҡалаһы ҡала округы

Хакимиәте башлығы вазифаһын

ваҡытлыса башҡарыусы                                                                                 С.Н. Греков


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA