Янғын хәүефһеҙлеген иҫкәртеү.

Өфө ҡалаһының янғын һүндереүҙең профилактика саралары бүлеге Өфө ҡалаһының Ленин районы буйлап ут хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен аңлатыу буйынса рейд үткәрҙе.Күбеһенсә әҙ муллыҡтағы ғаиләләргә төп иғтибар бүленде.
Өфө ҡалаһының янғын һүндереүҙең профилактика саралары бүлеге Өфө ҡалаһының Ленин районы буйлап ут хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен аңлатыу буйынса рейд үткәрҙе.Күбеһенсә әҙ муллыҡтағы ғаиләләргә төп иғтибар бүленде. Янғын хәүефһеҙлеген боҙоусылар күп һанлы шәхси йорттарҙа күҙәтелә. Мейес менән йылытыу йыһазландырылмаған һәм ҡалыплашмаған. Бәлиғ булмаған балалар булған ғаиләләрҙә хәүеф бигерәк тә янай,нигеҙҙә нәҡ улар ут ҡорбанына әйләнә. Төрлө комплекслы саралар үткәреү рейдтың төп бурысы булып һанала. Бындай сараларҙы үткәреүҙе системаға һалырға кәрәк, сөнки был категорияны контролдә тотоу ауыр. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре,профилактик әңгәмә тураһында мәғлүмәт,шулай уҡ спиртлы эсемлектәр һәм тәмәке тартыуҙың зыяны тураһында брошюралар,листовкалар таратылды.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA