Өфө Хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Сергей Греков тәғәйенләнде

Бөгөн Өфө ҡала Советында сираттан тыш ултырыш уҙҙы. Уның барышында Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Сергей Грековтың кандидатураһы менән таныштырҙы һәм халыҡ һайланыусыларынан уны хуплауҙарын һораны.

Бөгөн Өфө ҡала Советында сираттан тыш ултырыш уҙҙы. Уның барышында Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Сергей Грековтың кандидатураһы менән таныштырҙы һәм халыҡ һайланыусыларынан уны хуплауҙарын һораны.

- Ике йыл элек ошо трибунанан Өлфәт Мостафин менән таныштырғайным. Бер кем дә шулай килеп сығырын уйламаны. Әлбиттә, Өфө мэрһыҙ була алмай. Тиҙҙән ҡар яуыр, ҡаланың 450 йыллығына әҙерләнергә кәрәк. Радий Фәрит улы үҙе килергә теләгәйне, ләкин Сибайҙан ҡайтып өлгөрә алманы. Беҙ һеҙгә Сергей Грековтың кандидатураһын ҡарарға тәҡдим итәбеҙ. Ул Ишембайҙа тыуып үҫкән, ләкин бөтә тормошо Өфө менән бәйле, - тине Александр Сидякин.

Ултырыш сиктәрендә депутаттар Өфө Хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Сергей Грековҡа йөкмәтте.

Үҙ сиратында, Сергей Греков юғары ышаныс күрһәткән Башҡортостан етәкселегенә һәм Өфөнөң депутат корпусына рәхмәтен белдерҙе.

- Баш ҡалабыҙ үҙенең үҙенсәлектәре һәм мөмкинлектәре менән Рәсәйҙең ҙур ҡалаларының иҫәбенә инә. Һуңғы ике йыл эсендә Өфө һиҙелерлек үҙгәрҙе. Өлфәт Мансур улы һәм уның командаһы республика етәкселегең әүҙем ярҙамы менән ҙур эштәр башҡарҙы.

Бөгөн беҙҙең республика, ил һәм бар донъя еңел булмаған осор кисерә. Власттан һәм йәмғиәттән кире эҙемтәләрҙе еңеп сығыр өсөн көстәрҙе берләштереү талап ителә. Берҙәм булып беҙ  баш ҡаланың тормошон яҡшыртыу ысулдарын табасаҡбыҙ. Урындағы үҙидара органдарының бурысы - ҡала халҡының тормошон алға табан яҡшыртыу. Әйҙәгеҙ республиканың баш ҡалаһының тормошон бергә яҡшыға үҙгәртәйек, - тип билдәләп үтте Сергей Греков.

Белешмә

Сергей Греков 1968 йылдың 3 сентябрендә Ишембайҙа тыуған.

СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт иткән. Г.В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад академияһын тамамлаған.

Республиканың нефть химияһы тармағы предприятиеларында эшләгән. «Газтехресурс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен төҙөгән һәм етәкләгән. «Пилот» техник системалар ғилми-тикшеренеү институтын ойошторған. Институт ғилми эшмәкәрлек, нефть табыу һәм быраулау өлкәһендә ҡорамалдар һәм технологиялар индереү йүнәлештәре буйынса эшләй. «Ойл-Автоматика» компанияһын булдырған, ул да ошо тармаҡта эшләй. Бөтә предприятиелар ҙа Өфөлә теркәлгән.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA