Башҡорт теле көнө

Бөгөн, 14 декабрь, Башҡорт теле көнө. Өфө ҡалаһының 161-се лицейында Башҡорт теле көнөнә арналған дәрестәр, саралар үткәрелде.
Башҡорт теле көнө
Бөгөн, 14 декабрь, Башҡорт теле көнө. Өфө ҡалаһының 161-се лицейында Башҡорт теле көнөнә арналған дәрестәр, саралар үткәрелде. Уҡыусылар башҡорт халҡының бөйөк улы Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулланың ижады, тормош юлы хаҡында әңгәмәләштеләр. Халыҡ ынйылары, ауыҙ тел ижады ла ситтә тороп ҡалманы. “Диктор тауышы” конкурсында 1-9 класс уҡыусылары ихлас ҡатнашты. Төрлө яҡлап гүзәл телебеҙҙең тормошобоҙҙа тотҡан урыны, уның мөһимлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынып үтте. Тыуған көнөң менән туған Башҡорт телем! Атам теле, әсәм теле - минең телем!
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA