«Мираҫ» ансамбле өфөлөләрҙе Башҡорт теле көнө менән ҡотланы

14 декабрҙә ҡала мәҙәни-ял үҙәгендә Башҡорт теле көнөнә арналған «Теле барҙың иле бар» байрам концерты үтте. Унда «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле репертуарының ундан ашыу номеры менән сығыш яһаны.

Тамашасы иғтибарына «Тирмә буйында», «Мин башҡорт», «Илкәйем», «Рукодельницы», «Йыуаса», «Салауат мираҫы» вокаль-хореография композициялары, «Ҡаһым түрә», «Маршрут», «Байыҡ», «Хан ҡыҙы», «Салауат маршы» йырҙары һәм башҡа номерҙар тәҡдим ителде.

- Ансамбль тарихында бөгөнгө концерт беренсе мәртәбә тулыһынса башҡорт телендә үтте. Беҙҙең репертуарыбыҙ бик бай. Бөгөн ансамбль сәхнәлә иң яҡшы номерҙар менән сығыш яһаны, - тип билдәләп үтте «Мираҫ» ансамбле директоры Байрас Ишбердин.

Сәхнәлә һирәк башҡарылған йырҙар яңғыраны, башҡорт йолаларын һәм тарихын сағылдырған бейеүҙәр башҡарылды.

Концерт барлыҡ санитар-эпидимиологик талаптарға ярашлы ойошторолдо.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA