Өфө Хакимиәте һәм баш ҡала башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт теле йылына йомғаҡтары буйынса диплом менән бүләкләнде

Өфөлә 14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән республика Башлығы иғлан иткән Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһалды.

Өфөлә 14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән республика Башлығы иғлан иткән Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһалды. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында йыл дауамында уҙғарылған тематик конкурс еңеүселәрен бүләкләү һәм концерт уҙҙы.

Башҡорт теле йылына йомғаҡтары буйынса Өфө Хакимиәте һәм Өфө башҡорттары ҡоролтайы Халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының» III дәрәжә дипломына лайыҡ булды.

- Республика етәкселеге ярҙамы менән Өфөлә полиллингваль мәктәптәренең проекты тормошҡа ашырылды. Шулай уҡ беҙ балалар баҡсаларында полиллингваль төркөмдәрен астыҡ. Бөгөнгө көндә был тәжрибәбеҙҙе башҡа муниципалитеттар үҙләштерә. Баш ҡаланың белем биреү ойошмаларында туған телде өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленә, - тип билдәләп үтте Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова.

Бынан тыш, сарала мәғариф министрлығы 2020 йылда уҙғарылған башҡорт теле буйынса олимпиада һәм конкурс йомғаҡтары буйынса иң яҡшы 10 дөйөм белем биреү мәктәбе директорҙарын бүләкләне. Улар исемлегенә Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназия ла инде. Уның директоры Гөлназ Әхмәҙиева Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының юғары наградаһына - «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалына лайыҡ булды.

Байрам айҡанлы Өфөнөң барлыҡ мәҙәни һәм уҡытыу  учреждениеларында онлайн һәм офлайн форматта байрамса саралар ойошторолдо.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA