14.12.2020
2388
Был саралар телгә, Республикабыҙҙың тарихына һәм мәҙәниәтенә , уның символикаһына ҡыҙыҡһыныу уятыу, үҙенең тыуған иленә, уның ҡаҙаныштарына ғорурлыҡ, Башҡортостаныбыҙҙа йәшәүсе халыҡтарға һөйөү тәрбиәләү маҡсатында үткәрелде. Байрам кәйефе булдырыу маҡсатында “Мин тыуған телем-башҡорт телен яратам” сараһы ойошторолдо, Тыуған Башҡортостаныбыҙ,тыуған телебеҙ тураһында йырҙар яңғыраны.
Балалар ата-әсәләр менән берлектә #ЯрисуюБашкортостан,#Башҡортостандыһүрәткәтөшөрәм,#ДҽньБашкирскогоЯзыка,#Башҡорттҽлҽкөнө хештеге аҫтында “Башҡортостанды һүрәткә төшөрәм” конкурсында ҡатнаштылар. Балалар баҡсаһының холында “Минең башҡортостаным” выставкаһы ойошторолдо.
Тәрбиәселәр балалар менән “Башҡорт теле көнө”, “Тыуған ерем Башҡортостан”, “Төрлө халыҡ уйындары” әңгәмәләр ойошторҙо, ә һуңынан балалар менән “Тирмә”, “Мөйөш”, “Ҡурай” башҡорт халыҡ уйындарын уйнанылар”. Балалрға уйындар уйнау бик оҡшаны.