11.12.2020
1460
Яңы йыл кәйефе өҫтәү Өфө ҡалаһының Ленин районында күптән инде изге йолаға әүерелгән.Был күренеш ҡаланың тышҡы ҡиәфәтен бөтөнләйгә үҙгәртә,айырым байрам атмосфераһы барлыкка килтерә,халыҡҡа кәйеф бүләк итә.
Раштыуа һәм яңы йыл байрамы яҡынайғаны көндән-көн нығыраҡ һиҙелә. Өфө ҡалаһы Ленин районы байрамса төҫ ала:күп кенә учреждениелар һәм ойошмалар биналарҙың алғы өлөшөн байрам иллюминацияһы менән биҙәй,ялбыр шыршылар ҡупшылана, балалар һәм уларҙың ата-әсәләренең шатлығы булып торған боҙ ҡаласыҡтары тергеҙелә.
Яңы йылдың тиҙҙән килеп етәсәген ең һыҙғанып,көндән-көн декабрь айының үтеп барғанын күрһәткән календарға ғына ҡарап түгел,ә беҙҙең райондың тышҡы күренешенә ҡарап та тойоп була. Яңы йыл төҫөнә биҙәлгән магазин витриналары байрам солғанышы булдыра һәм беҙҙе тылсымға күмә.
Әйтеп киткәндә,район халҡы һәм ҡала ҡунаҡтары күҙенә лайыҡлы һәм матур булып күренһен өсөн,әлеге ваҡытта Өфөнөң Ленин районы ойошмалары ҡалаға инеү төркөмдәрен биҙәүҙе дауам итә.Күп кенә сауҙа объекттарында яҡтылыҡ биҙәүестәре- неон иллюминациялары,сағыу үремдәр һәм башҡа асыҡ төҫлө композициялар эленгән.