Бөгөн, 29 ноябрҙә, Нижегородка биҫтәһендә ҡышҡы спорт миҙгелен асыу уңайынан хоккей турниры үтте. Заозерная урамында урынлашҡан ярыш хоккей ҡумтаһында «Һаҡлыҡ» һәм «Урал» командалары араһында ярыш уҙғарылды. Был Рәсәй Федерацияһының ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итеүселәргә арналған тәүге рәсми турнир. Командалар уйын алдынан ентекләп күнегеүҙәр ярҙамында яҙылып, хоккей майҙансығында йөрөп, уны һынап ҡаранылар. Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Иван Иванов һәм Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссариатының хәрби - патриотик эштәр бүлеге етәксеһе Альберт Ғилманов уйын башында яңы миҙгел асылыуы менән ҡатнашыусыларҙы ҡотлап телмәр тотто. – Хоккей - ул беҙҙең өсөн традицион спорт. Ә иң мөһиме беҙҙең йәштәр спорт менән шөғөлләнһен. Сөнки күп кеше ҡатнашҡан спорт - ул нигеҙ, профессиональ кимәлдә генә еңеү түгел, ә дөйөм алғанда сәләмәтлек, - тип билдәләне Иван Иванов. «Һаҡлыҡ» командаһы составында – егеттәргә 17 һәм 18 йәш, ә «Урал» командаһындағы ир-егеттәргә 30-36 йәш. Йәш айырмаһы булыуға ҡарамаҫтан, уйын һуңғы минутына тиклем көсөргәнешле, ҡыҙыу һәм тиҙ темпта барҙы. Ҡыҙыу үткән турнирҙа көйәрмәндәр ҙә булды. 11:5 иҫәбе менән «Урал» командаһы хоккей клубы еңеү яуланы. Уйынсылар әйтеүенсә, һөҙөмтәгә ҡарамаҫтан, улар үҙҙәренә ыңғай эмоция, мотивация алғандар, яңы дуҫтар тапҡандар. Өҫтәмә көс бирер өсөн уйын барышында уйнаусылар һәм көйәрмәндәр өсөн сәй әҙерләнде һәм былау ашау мөмкинлеге булды. Сара эпидемияға ҡаршы булған ҡағиҙәләрҙе үтәү менән ойошторолдо. МБУ ОМК «Ал елкән» волонтерҙары шәхсән һәр ҡатнашҡан уйынсыға һәм көйәрмәндәргә битлектәр тараттылар.
29.11.2020
1874