Әсәйҙәр көнө менән!

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Радмил Мөслимовтың ҡотлауы.

Әсәйҙәр көнө менән!

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Ҡәҙерле әсәйҙәр!

Һеҙҙе ысын күңелдән иң яҡты һәм изге байрамдарҙың береһе – Әсәйҙәр көнө менән ҡотлайым! Был көн беҙҙең илдә башҡа әһәмиәтле һәм иҫтәлекле даталар араһында айырым урын алып тора.

Беҙ әсә бурыстарын уңышлы үтәгән, ҡала һәм республиканың хеҙмәт, йәмәғәт һәм сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ менән һоҡланабыҙ. Һеҙ – сабырлыҡ, игелеклелек һәм фиҙаҡәрлек үрнәге. Был көндә герой-әсәйҙәргә һәм күп балалы әсәйҙәргә айырым рәхмәт һүҙҙәре яңғырай.

Башҡортостан һәм уның баш ҡалаһының социаль сәйәсәтенең төп ҡиммәттәренең береһе – ул ҡатын-ҡыҙ, әсә, өй усағын һаҡлаусы. Ғаиләне, әсәлек һәм балалыҡты яҡлауға күп кенә закон акттары, федераль, республика һәм ҡала программалары йүнәлтелгән. Балаларҙың мәҙәни һәм физик үҫеше өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла, яңы балалар баҡсалары һәм мәктәптәр асыла, өҫтәмә белем биреү системаһы, балалар һәм йәш үҫмерҙәр клубтары үҫеш ала.

Ошо байрам уңайынан һеҙгә бәхет, ныҡлы һаулыҡ, һөйөү, хөрмәт, ғаилә именлеге һәм йылылыҡ теләйем! Балаларығыҙ һеҙҙе уңыштары һәм ҡаҙаныштары менән ҡыуандырып торһон!

Байрам менән!

Башҡортостан Республикаһының

Өфө ҡалаһы ҡала округы

Хакимиәте башлығы

вазифаһын башҡарыусы                                                                 Р.Ә. Мөслимов


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA