27.11.2020
874
Икенсенән, социаль обьекттар ҙа даими сафға индерелә, быйыл ғына ике балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылған. Шуға күрә күп йәш ғаиләләр тап Дим районында төпләнә, улар араһында ишле бала үҫтергәндәр ҙә байтаҡ. Күп балалы ғаиләләр-беҙҙең райондың байлығы, ти хакимиәт белгестәре.
Башҡаланың Дим биҫтәһендә әле 157 күп балалы ғаилә иҫәпләнә, 30 гүзәл затҡа «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылған. Бөгөн был исемлеккә биш бала үҫтергән Альбина Ҡанбәкова ла өҫтәлде. Тантанала ишле бала тәрбиәләгән башҡа әсәләргә лә иҫтәлекле бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары бирелде.
Бүләкләнеүселәр араһында Романовка ауылынан Шәрәфетдиновтар ҙа бар. Хакимиәт белгестәре был ғаиләне тик яҡшы яҡтан ғына һүрәтләй. Улар йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша, балаларына матур тәрбиә бирә, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй, ижади һәләттәрен үҫтерә.