Өфөнөң алыҫ ара биләмәләрендә яҡтыртыу системаһын яҡшыртыу буйынса эштәр дауам итә

Өфөлә һәм уның алыҫ ара биләмәләрендә яҡтыртыу системаһын яҡшыртыу өҫтөндә эштәр дауам итә. Базилевка, Карпово, Самохваловка, Иҫке Торбаҫлы һәм Федоровка ҡасабаларында йәшәүселәр шатлыҡлы ваҡиға кисерә. Күптән түгел ҡасаба урамында яҡтылыҡ мәсьәләһе хәл ителде.

Ауылдарҙа яҡтылыҡ үткәреү кәрәклеген халыҡ Өлфәт Мостафиндың эш сәфәре менән килгән саҡта мөрәжәғәт иткән ине. Ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә был мәсьәләне хәл итергә, яҡтыртыуҙы төҙөкләндерергә ҡушты. Ошо көндәрҙә  «Уфагорсвет» хеҙмәткәрҙәре монтажлау эштәрен башҡарып та ҡуйҙы.

Шулай итеп, атап әйткән ауылдарының 10 урамдары хәҙер яҡтылыҡ менән тәьмин ителде. Эш барышында яңы бағаналар ҡоролдо, 10 километр кабель ҡулланылды.

Өфө ҡалаһының тышҡы яҡтыртыу системаларын яҡшыртыу буйынса эштәр дауам ителә.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA