26 ноябрҙә Өфөлә В. И. Ленин исемендәге майҙанда баш ҡаланың төп шыршыһын урынлаштырҙылар. Уны «Горзеленхоз» хеҙмәткәрҙәре Благовещен районынан килтереп ҡуйҙылар.
- Байрам символы 90 йәшлек, ә оҙонлоғо уның 30 метр. Өфөгә алып килер өсөн трал, КАМАЗ, күтәрткес кран, манипулятор һәм 23 кешенән торған «Горзеленхоз» учреждениеһы бригадаһы йәлеп ителде, - тип хәбәр итте «Горзеленхоз»дың урман хужалығы, төҙөкләндереү һәм урман-парк эштәре бүлеге етәксеһе Максим Щербаков.
Ошо көндәрҙә шыршыны биҙәй, боҙ ҡаласыҡтарын төҙөкләндерә һәм иллюминацион инсталляцияларҙы урынаштыра башлаясаҡтар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл баш ҡала шыршылары Ленин, Салауат Юлаев исемендәге майҙандарҙа һәм Совет майҙанында урынлаштырыласаҡ.
Бынан тыш, шыршылар һәм боҙ ҡаласыҡтары ҡаланың барлыҡ райондарында һәм алыҫ биләмәләрҙә, 16 майҙансыҡта, урынлаштырыласаҡ, ә күп фатирлы торлаҡ йорттарҙың ихаталарында һәм сауҙа предприятиелары биләмәләрендә ҡаласыҡтарҙың һаны 90-ға етәсәк.
Шулай уҡ хоккей тартмаларын һәм һырғалаҡтар әҙерләү дауам итә. Байрам иллюминацияһын ревизиялау һәм монтажлау бара. Ҡайһы бер майҙансыҡтарҙы иллюминация инсталляциялары биҙәйәсәк.