«Йәш ғаилә – 2020» республика конкурсында Өфө ҡалаһынан Хәсәновтар ғаиләһе ҡатнашасаҡ

21 ноябрҙә «Вся Уфа» телеканалы эфирында «Йәш ғаилә – 2020» ҡала конкурсының еңеүсеһе иғлан ителде. Өфөнөң Орджоникидзе районын тәҡдим иткән Хәсәновтар ғаиләһе баш ҡала данын республика кимәлендә яҡлаясаҡ.

21 ноябрҙә «Вся Уфа» телеканалы эфирында «Йәш ғаилә – 2020» ҡала конкурсының еңеүсеһе иғлан ителде. Өфөнөң Орджоникидзе районын тәҡдим иткән Хәсәновтар ғаиләһе баш ҡала данын республика кимәлендә яҡлаясаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл пандемия шарттарында сараны үткәреү концепцияһы яңынан ҡаралды. Конкурс тамашасылар ҡатнашынан башҡа телевизион тапшырыу форматында уҙҙы.

Жюри составына Өфө Хакимиәте Йәштәр эше буйынса комитеты рәисе Роман Янгуров, Башҡортостан Республикаһында «ОНФ йәштәр» координаторы Тимур Абдрашитов, АНО «МногодетОК» етәксеһе Ирина Сухарева керҙе.

Өфөнөң ете районы ғаиләләре баш ҡаланың «иң яҡшы ғаилә»һе исемен яулар өсөн өс номинацияла көс һынаштылар: «Ғаилә стендапы», «Ғаилә ҡиммәттәренең социаль рекламаһы» һәм «Интеллектуаль КВИЗ». Конкурс һөҙөмтәләре буйынса «иң яҡшы ғаилә» тип Хәсәновтар ғаиләһе – Рөстәм һәм Нурзия һәм уларҙың балалары – Нурсолтан һәм Сәлимә танылды.

Ғаилә башлығы Рөстәм нефть университетында уҡыта, ә Нурзияға ваҡытлыса һөнәрҙе алмаштырырға тура килә. Ике йыл элек ул «Башҡортостан» гәзитенең хәбәрсеһе булып эшләгән, хәҙер һатыу буйынса менеджер булып эшләй.

Улдары Нурсолтан музыка мәктәбендә баян класы буйынса уҡый, каратэ һәм шахмат менән шөғөлләнә. Сәлимә гимнастикаға һәм рәсем төшөрөргә йөрөй.

Хәсәновтар ғаиләһе сәйәхәт итергә ярата, айырым алғанда, республика буйынса. Шулган Таш мәмерйәһендә, Торатауҙа, Мораҙым тарлауығында булғандар.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA