Өфө ҡалаһының Ленин районында хоккей ҡумталарын һәм һырғалаҡтарҙы һыу менән тултырып туңдырыу процессы әүҙем бара

Түбән температура башланыу һәм тотороҡло һауа торошо башланғандан бирле хоккей ҡумталар һәм һырғалаҡтарҙы эшләү Өфө ҡалаһы Ленин районында әүҙем башланды. Бөгөнгө көндә биш боҙ хоккей ҡумталарын эшләү бара. Белгестәр әйтеүенсә, боҙ һырғалаҡтарын эшләүгә тотонор алдынан температура -10 °C барып етергә тейеш. Сөнки был процесс бик оҙайлы,арыу ғына көс талап иткән хеҙмәт,шул йәһәттән күп нәмә һауа шарттарына бәйле.
Түбән температура башланыу һәм тотороҡло һауа торошо башланғандан бирле хоккей ҡумталар һәм һырғалаҡтарҙы эшләү Өфө ҡалаһы Ленин районында әүҙем башланды. Бөгөнгө көндә биш боҙ хоккей ҡумталарын эшләү бара. Белгестәр әйтеүенсә, боҙ һырғалаҡтарын эшләүгә тотонор алдынан температура -10 °C барып етергә тейеш.Сөнки был процесс бик оҙайлы,арыу ғына көс талап иткән хеҙмәт,шул йәһәттән күп нәмә һауа шарттарына бәйле. Тәү сиратта борт буйы һәм һыу ситкә китмәһен өсөн мендәрҙәр,артабан майҙан ситен эшләнә.Өҫтө ныҡлы һәм тигеҙ булһын өсөн боҙ ете ҡатламдан торорға тейеш. Быйылғы ҡышҡы миҙгелдә 9 хоккей уйнау өсөн боҙ ҡумта һәм 2 һырғалаҡ буласаҡ. Һәр микрорайонда 3-шәр хоккей ҡумталары урынлашҡан. Һауа шарттары уңайлы булыуға ҡарап 10 декабргә тиклем яңы хоккей майҙансыҡтарын әҙерләү тамамланасаҡ тип планлаштырыла. Боҙ ярыштарын көтөп алыусы район командалары, конькиҙа шыуырға яратыусылар һәм бар халыҡ уларҙың асылыу тантанаһын мауығып көтә.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA