Дим районында коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы менән бәйле рәүештә йәмәғәт урындарында битлек режимын һаҡлау буйынса рейдтар дауам итә

Дим районының сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы һәм хеҙмәттәрҙе координациялау бүлеге хеҙмәткәрҙәре автомастерская, шиномонтаждарҙың «битлек режимы» ҡағиҙәләрен үтәү буйынса рейд уҙғарҙы.
Дим районында коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы менән бәйле рәүештә йәмәғәт урындарында битлек режимын һаҡлау буйынса рейдтар дауам итә
Дим районының сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы һәм хеҙмәттәрҙе координациялау бүлеге хеҙмәткәрҙәре автомастерская, шиномонтаждарҙың «битлек режимы» ҡағиҙәләрен үтәү буйынса рейд уҙғарҙы. "Һауа шарттары боҙолоуға һәм юлда боҙлауыҡ барлыҡҡа килеүгә бәйле автоһәүәҫкәрҙәр әле йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыһына алмаштыра башланы. Автомастерская һәм шиномонтаждарҙа улар бер нисә сәғәт үткәрә, үҙ-ара аралаша. Иң мөһиме беҙ профилактика һәм һаҡланыу саралалары бармы, хеҙмәткәрҙәр һәм килеүселәр битлектә йөрөймө, социаль дистанцияны һаҡлау буйынса бөтә шарттар тыуҙырылғанмы шуны ҡарайбыҙ. " – тип хәбәр итте Дим районының сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы һәм хеҙмәттәрен координациялау бүлеге начальнигы Регина Нәбиярова. Коронавирус менән бәйле хәл-торош һаман да етди. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы буйынса төбәктә «Юғары әҙерлек» режимы һаҡлана. Йәмәғәт урындарында, шул иҫәптән транспортта, сауҙа объекттарында, дарыуханаларҙа, ойошмаларҙа һәм башҡа ябыҡ урындарҙа мотлаҡ рәүештә битлек кейергә кәрәк. Санитар-эпидемиологик талаптарҙы күҙәтеү буйынса тикшереүҙәр дауам итә
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA