11.11.2020
1518
Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы тарафынан 9 ноярбҙән алып 20 ноябргә тиклем «Хәүефһеҙлек аҙнаһы» декаднигы иғлан ителде.
Профилактик сара барышында тракторҙарҙы, юл-төҙөлөш машиналарын һәм уларға тағылмаларҙы эксплуатациялағанда хәрәкәт хәүефһеҙлеген тәьмин ителеүе, техникаларҙы файҙаланыу барышында ҡағиҙәләр үтәлеүе тикшерелә.
«Хәүефһеҙлек аҙнаһы» декаднигына йомғаҡ 4 декабрҙән һуң яһаласаҡ.