17.06.2020
416
Бөгөн беҙҙең балалар баҡсаһында "Минең Тыуған илкәйем" темаһына дәрес - әңгәмәләр үтте. Тыуған ил төшөнсәһе үҙ эсенә бик күп мәғлүмәт туплаған. Балалар Тыуған ил, республика, ҡала, район атамаларын иҫтәренә төшөрҙөләр, дөрөҫ әйтергә өйрәнделәр. Шулай уҡ беҙҙең республикала күп милләтле халыҡтар йәшәүен белделәр , уларҙың шөғөлдәре, милли кейем өлгөләре менән яҡынданыраҡ таныштылар.
Ғөмүмән алғанда, беҙҙең 75-се башҡорт балалар баҡсаһында телгә ҡарата һөйөүҙе, милли мөхитте үҫтереү һәм илһөйәрлекте тәрбиәләү буйынса күп эштәр башҡарыла.