Дим районының мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында “Башҡорт кейем нимә һөйләй?” ғаилә ижады проекты тамамланды.

Дим районының мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында “Башҡорт кейем нимә һөйләй?” ғаилә ижады проекты тамамланды. Үҙҙәренең эштәрен тәрбиәселәр тыуған илде, тыуған ерҙе өйрәнеүҙе тәрбиәләнеүселәр менән генә түгел, ә уларҙың ата-әсәләре менән өйрәнеү юҫығына йүнәлтте. Балалар баҡсаһын тарафынан милли кейем темаһы, юҡҡа ғына һайланманы, сөнки патриотик тәрбиә белем биреү өлкәһенең төп йүнәлештәренең береһе булып тора.
Дим районының мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында “Башҡорт кейем нимә һөйләй?” ғаилә ижады проекты тамамланды. Үҙҙәренең эштәрен тәрбиәселәр тыуған илде, тыуған ерҙе өйрәнеүҙе тәрбиәләнеүселәр менән генә түгел, ә уларҙың ата-әсәләре менән өйрәнеү юҫығына йүнәлтте. Балалар баҡсаһын тарафынан милли кейем темаһы, юҡҡа ғына һайланманы, сөнки патриотик тәрбиә белем биреү өлкәһенең төп йүнәлештәренең береһе булып тора. Ата-әсәләр яғынан ҡыҙыҡһыныу һәм ярҙам тойоу үтә ҡыуаныслы булды. Кемдер башҡорт халыҡ кейемдәрен һүрәттәрҙән, кинолар аша күргән, ә кемдер Республика кимәлендә үткәрелгән Шәжәрә байрамында ҡатнашҡан тәҫьораттары менән уртаҡлаштылар. Тәрбиәселәр менән ата-әсәләрҙең эше мауыҡтырғыс һәм файҙалы булды. Тәрбиәселәр ҙә, балалар һәм ата-әсәләр бик әүҙем ҡатнашттылар. Тәрбиәселәрҙең эш һөҙөмтәһенән сығып балалар баҡсаһында милли ҡурсаҡтарҙың мини-музейын булдырырға ҡарар иттек, сөнки унда балалар төрлө милли костюмдарҙың, уларҙың ҡайҙан килеп сығышын өйрәнәсәк.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA