Өфөлә подъездарҙы дезинфекциялау дауам ителә

Коронавирус инфекцияһы таралыуын туҡтатыу маҡсаты 

 

Коронавирус инфекцияһы таралыуын туҡтатыу маҡсаты менән күп фатирлы йорттарҙы хеҙмәтләндергән идара итеү компаниялары һәм ойошмалары тарафынан подъездарҙы һәм дөйөм мөлкәтте зарарһыҙландырыу эштәре дауам ителә.

Санитар эшкәртеү барышында шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән хеҙмәткәрҙәр төп иғтибарҙы домофон төймәләренә, эскәмйәләргә, баҫҡыс яндауырҙарына, почта йәшниктәренә, ишек һәм тәҙрә тотҡаларына йүнәлтә. Көн һайын 5 000 яҡын подъезд дезинфекциялана.

Регламентҡа ярашлы, подъездарҙы дезинфекциялау аҙнаһына ике тапҡыр, лифт кабиналары һәм панелдәре, почта йәшниктәре көн һайын башҡарыла.

Ҡалала йәшәүселәр уңайы өсөн идара итеүсе компаниялар һәм Өфө ҡалаһы хакимиәтенең рәсми сайттарында подъездарҙы дезинфекциялау графиктары беркетелгән.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA