Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән!

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Радмил Мөслимовтың ҡотлауы.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән!

Хөрмәтле өфөлөләр һәм ҡала ҡунаҡтары!

Ихлас күңелдән һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайым!

Был байрамды беҙ берҙәмлек көсө менән Ватаныбыҙ бойондороҡһоҙлоғон яулап алып ҡалған ата - бабаларыбыҙ хөрмәтенә билдәләйбеҙ.

Оло быуындың данлы батырлығы беҙҙең өсөн гел патриотизм һәм берҙәмлек өлгөһө булып ҡаласаҡ.

Беҙҙең республика - Рәсәй Федерацияһының ҡеүәтле һәм көслө субъекты. Уның баш ҡалаһы - тиҙ үҫешкән ҡалаларының береһе. Өфөнөң бөгөнгөһөн һәм киләсәген именле һәм уңайлы итеү - муниципалитеттың мөһим бурысы. Был йүнәлеш ҡалала йәшәүселәрҙе берләштереп, ҙур мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ныҡлы нигеҙ булып тора.

Өфөнөң социаль - иҡтисади күрһәткестәрен нығытыу һәм уңайлы ҡала мөхит булдырып, граждандарҙың йәшәү сифатын арттырыу буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеү берҙәмлектә генә уңышлы һөҙөмтәләргә килтерәсәк.

Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем.

 

Башҡортостан Республикаһының

Өфө ҡалаһы ҡала округы

Хакимиәте башлығы

вазифаһын башҡарыусы                                  Р.Ә. Мөслимов

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA