20.10.2020
1068
Бөгөн Шағир Мостай Кәримдең тыуған көнөндә уның һәйкәленә тантаналы рәүештә сәскә һалыу үтте.
Бөгөн,йәғни 20 октябрь,Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең һәйкәленә тантаналы рәүештә сәскәләр һалыу үтте. Милли мәҙәниәт эшмәкәре,публицист, прозаик, шағир Мостай Кәримдең үлемһеҙ ижадын хөрмәтләүселәр килде был сараға.Почетлы ҡунаҡтарҙан Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова,Өфөнөң ҡала администрацияһының хакимиәт урынбаҫары Алина Сөләймәнова,Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы депутаттары Галина Ишмөхәмәтова һәм Зәки Әлибаев,Мостай Кәрим исемендәге фонд вәкилдәре Нәфисә Билалова,Виктория Богушевская,Светлана Степанова,Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ҡунаҡтары,Мостай Кәрим исемен йөрөткән Милли йәштәр театры директоры Рәфис Мөхәмәтйәнов ҡатнашты. Сәскә һалыу тантанаһы пандемияға яраҡлы шарттарҙа үтте .
«Бөгөнгө дата бик үҙенсәлекле һәм әһәмиәтле,сөнки быйыл беҙ Мостафа Сафа улы тарафынан яулап алынылған Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын уҙғарҙыҡ. Һуғыш йылдарында ул фронтовик шағир булған»-тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Әминә Шафиҡова.