Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы.

Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

Хөрмәтле юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Ихлас күңелдән һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ - Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым!

Урам - юл селтәрен ремонтлау һәм уны яҡшы торошта тотоу - ҡаланың инфраструктура үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлеше. Юл торошо транспорт хәрәкәтенә һәм ҡалала йәшәүселәрҙең кәйефенә йоғонто яһамай ҡалмай. Һеҙҙең тырышлығығыҙ меңәр кешеләрҙең тормошон яҡшыға үҙгәртә.

Көн һайын Өфөнөң юл хужалығы тармағы хеҙмәткәрҙәре ҡала буйлап йөрөүҙе уңайлы һәм хәүефһеҙ итер өсөн күп көс һала. Һуңғы йылдарҙа баш ҡалабыҙ юл-транспорт үҫеше өлкәһендә юғары күрһәткестәргә өлгәште.

Юл сифатын яҡшыртыу, уларҙы норматив стандарттарға килтереү һәм күперҙәр, ер аҫты үткәүелдәре, юл сиселеше кеүек ҙур инфраструктура объекттарын төҙөү буйынса күләмле эштәр башҡарылды.

Юлдар төҙөү, уларҙы проектлау һәм тәртиптә тотоу сараларын күреү - мөһим һәм яуаплы эш. Быны Өфө ҡалаһының юл хужалығы эшсәндәре тейешле кимәлдә башҡарауҙарын көндән көн дәлилләп килә.

Байрам көнөндә Башҡортостан Республикаһы һәм уның баш ҡалаһының юл комплексы үҫешенә тос өлөш индергән ветерандарына айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.

Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем.
 
Башҡортостан Республикаһының
Өфө ҡалаһы ҡала округы
Хакимиәте башлығы                                                                         Ө.М. Мостафин


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA