Өфөлә Республика көнөн һәм Ҡала көнөн байрам итеү фейерверк менән тамамланды

11 октябрҙә Республика көнө һәм Ҡала көнө уңайынан байрам фейерверктары ике урында – Ленин исемендәге майҙанда һәм «Первомайский» паркында уҙҙы.

11 октябрҙә Республика көнө һәм Ҡала көнө уңайынан байрам фейерверктары ике урында – Ленин исемендәге майҙанда һәм «Первомайский» паркында уҙҙы.

Традиция буйынса, көн дауамында байрам саралары баш ҡаланың майҙансыҡтарында, мәҙәниәт һәм ял парктарында уҙҙы. Концерт номерҙары шулай уҡ ауыл хужалығы йәрминкәләрендә ойошторолдо.

«Торатау» Конгресс-холл амфитеатры биләмәһендә республика байрам программаһы уҙҙы.

Төп ҡала сараһы – «Сәскә ат минең Республикам!» дәүләт академия рус драма театры эргәһендәге майҙанда утте.

Концерт программаһы киске сәғәт 11-ҙә Ленин исемендәге майҙанда ҙур байрам салюты менән тамамланды. Ҡаланың төньяҡ өлөшөндә йәшәүселәр өсөн шул уҡ ваҡытта байрам фейервергы «Первомайский» паркында ойошторолдо.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA