Баш ҡалала Республика көнөнә һәм Ҡала көнөнә арналған байрам саралары үтә

Бөгөн, 11 октябрҙә, баш ҡалала Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһындағы Декларация ҡабул итеүгә 30 йыл тулыу айҡанлы һәм Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуға 446 йыллығына арналған байрам саралары үтә.

Бөгөн, 11 октябрҙә, баш ҡалала Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһындағы Декларация ҡабул итеүгә 30 йыл тулыу айҡанлы һәм Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуға 446 йыллығына арналған байрам саралары үтә.

Байрам саралары Шәйхзада Бабич һәм Салауат Юлаев һәйкәлдәренә сәскәләр һалыу тантанаһынан башланды. Шулай уҡ байрам сиктәрендә ҡаланың бөтә ете районында ла саралар уҙҙы: концерт программалары, тематик осрашыуҙар, конкурстар, күргәҙмәләр һәм башҡа саралар.

Төп ҡала сараһы – «Сәскә ат минең Республикам!»  дәүләт академия рус драма театры эргәһендәге майҙанда уҙа.

Концерт Өфө балалар филармонияһының йәш таланттары сығышы менән асылды. Шулай уҡ Ҡала мәҙәни-ял итеү үҙәгенең ижад коллективтары һәм Ҡала әҙәниәт һарайы солистары ла үҙ номерҙарын тәҡдим иттеләр. Кисәне дауам итеп, «Мираҫ» фольклор йыр һәм бейеү ансамбле тамашасыларҙы үҙ сығыштары менән һөйөндөрҙө.

Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн киске программала популяр эстрада башҡарыусылары сығыш яһаясаҡ.

Шулай уҡ бөгөн «Торатау» Конгресс-холл амфитеатры биләмәһендә республика байрам программаһы уҙа. Унда өфөлөләр һәм ҡала ҡунаҡтары өсөн милли сәхнә артисттары һәм саҡырылған йондоҙҙар ҡатнашыуында ҙур концерт ойошторолған.

Шулай тиеп, амфитеатр сәхнәһендә «Zainetdin» шоу-проекты, Башҡортостан Республикаһының  атҡаҙанған артисы Elvin Grey, Thomas Mraz, «Премьер» һәм «Lumen» төркөмдәре сығыш яһаны. Байрам концертының хедлайнеры Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Юрий Шевчук етәкселегендәге «ДДТ» төркөмө буласаҡ.

Шулай уҡ был кистә амфитеатр «Урал батыры уты» башҡорт мәҙәниәтенең асыҡ төбәк-ара марафонын ҡабул итте.

Бынан тыш, тамашасылар Башҡортостан Республикаһының дәүләт академия хор капеллаһы һәм Х. Әхмәтов исемендәге Дәүләт филармонияһы солистары менән берлектә «БР гимны» флешмобында ҡатнашты.

Концерт программаһы киске сәғәт 11-ҙә Ленин исемендәге майҙанда ҙур байрам салюты менән тамамланасаҡ. Ҡаланың төньяҡ өлөшөндә йәшәүселәр өсөн шул уҡ ваҡытта байрам фейервергы «Первомайский» паркында ойоштороласаҡ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA