Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шәйехзада Бабич һәм Салауат Юлаев һәйкәлдәренә сәскә һалды

11 октябрҙә Өфөлә Башҡортостандың төп дәүләт байрамы – Республика көнө уңайына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡурай моңо аҫтында Шәйехзада Бабич һәм Салауат Юлаев һәйкәлдәренә сәскә һалды.

11 октябрҙә Өфөлә Башҡортостандың төп дәүләт байрамы – Республика көнө уңайына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡурай моңо аҫтында Шәйехзада Бабич һәм Салауат Юлаев һәйкәлдәренә сәскә һалды.

– Ҡәҙерле, Башҡортостан халҡы! Һеҙҙе ихлас күңелдән Республика көнө менән ҡотлайым! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, именлек теләйем, – тине төбәк етәксеһе. – Беҙ был байрамды бик ҡатмарлы осорҙа ҡаршылайбыҙ. Шулай ҙа ышанам: бар һынауҙарҙы бергәләп еңеп сығасаҡбыҙ. Республикабыҙҙа барыһы ла яҡшы буласаҡ.

Билдәле булыуынса, бөйөк башҡорт шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл 2019 йылда Телеүҙәк янында асылды. Уның авторы – скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук. Монументтың дөйөм бейеклеге алты метр самаһы.

Милли геройыбыҙ Салауат Юлаевҡа һәйкәл 1967 йылда асыла. Ул Сосланбәк Тавасиевтың проекты буйынса булдырыла. Ошо эше өсөн скульптор 1970 йылда СССР-ҙың Дәүләт премияһына лайыҡ була. Рәсәйҙәге, Европалағы иң ҙур атлы һәйкәл гранит менән биҙәлгән ун метрлыҡ постаменттан һәм бейеклеге 9,6 метр булған статуянан тора. Ул Ленинградтың “Монументскульптура” заводында ҡойолған.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA