Владимир Якушев Өфөнөң «Сағыу» биҫтәһе төҙөлөшө менән танышты

9 октябрҙә республикаға эш сәфәре менән килгән Рәсәй Федерацияһы төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Владимир Якушев Өфөнөң Дим районының «Сағыу» биҫтәһендә булды. Сарала шулай уҡ Өфө Хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Радмил Мөслимов ҡатнашты.

9 октябрҙә республикаға эш сәфәре менән килгән Рәсәй Федерацияһы төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Владимир Якушев Өфөнөң Дим районының «Сағыу» биҫтәһендә булды. Сарала шулай уҡ Өфө Хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Радмил Мөслимов ҡатнашты.

Федераль министрға хәбәр ителгәнсә, киләһе 10 йылда 143 гектарлы биләмә 34 меңдән артыҡ Өфө халҡы өсөн уңайлы йәшәү биҫтәһенә әүереләсәк.

Биҫтә 15 кварталдан торасаҡ, уларҙың һәр береһе үҙ исемен йөрөтәсәк, индивидуаль төҫтә һәм стилистик ҡарарға эйә буласаҡ. Бөгөн «Сидней» һәм «Нью-Йорк» кварталдары файҙаланыуға тапшырылды. «Сағыу» биҫтәһендә хәҙер 5 меңдән артыҡ кеше яҡшы сифатлы тормош менән йәшәй. Бының өсөн барыһы ла бар тиерлек: магазиндар һәм хеҙмәт күрһәтеү салондары, яр буйы, парк һәм һәр ишек алдында балалар майҙансыҡтары.

2019 йылдың 1 сентябрендә биҫтәлә 1 000 урынлыҡ «СМАРТ» полилингваль мәктәп асылды.

2020 йылда 180 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөлөшө тамамланасаҡ. Бинаның дөйөм майҙаны 2 923 квадрат метр тәшкил итә. Унда музыка һәм физкультура залдары, балаларға өҫтәмә белем биреү кабинеттары, аҙыҡ-түлек блогы, изолятор һәм процедура кабинеты булған медицина кабинеты, видеокүҙәтеү системаһы, автоматик янғын һүндереү сигнализацияһы бар. Һәр төркөмдә санузелдар, кейенеү-сисенеү бүлмәләре, йоҡо һәм уйын бүлмәләре урынлашҡан. Биләмә физкультура, уйындар һәм саф һауала йөрөү майҙансыҡтары, веранда һәм башҡалар менән йыһазландырылған. Ул «Ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә ярҙам итеү - өс йәшкә яҡын балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү шарттарын булдырыу» төбәк проекты сиктәрендә «Демография» милли проекты сиктәрендә төҙөлдө.

Киләсәктә биҫтәлә 4 600 урынга иҫәпләнгән өс дөйөм белем биреү мәктәбе, 1 400 урынга иҫәпләнгән мәктәпкәсә балалар учреждениелары, поликлиника, ике физкультура-сәләмәтләндереү үҙәге барлыҡҡа киләсәк.

– Республикала төҙөлөш темптары насар түгел, 8% үҫеш менән. Шул уҡ ваҡытта ил буйынса дөйөм алғанда 11% кәмеү күҙәтелә, – тип билдәләп үтте вице-премьер Раиф Абдрахимов. - Башҡортостанда быйыл төҙөлөш эштәре туҡтап ҡалманы, тип әйтергә мөмкин. Быйыл беҙҙә социаль объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу күләме ҙур: 3 900 урынга иҫәпләнгән 24 балалар баҡсаһы, 640 урынға иҫәпләнгән 2 мәктәп, мәҙәниәт йорттары, һаулыҡ һаҡлау объекттары.

– Мин бында комплекслы төҙөлөш үрнәге – мәктәп, балалар баҡсаһы, ишек алдында яҡшы һәм юғары сифатлы төҙөкләндереү, уңайлы парк кеүек төрлө социаль хеҙмәттәр йыйылмаһы булған уңайлы йорттар күрҙем, - тине Владимир Якушев. – Бында фатирҙар барыһы ла һатылған, ә был кешеләрҙең бында йәшәргә теләүенең төп күрһәткесе.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA