11.10.2020
3626
Бөгөн Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнөнә теп-теүәл 30 йыл тула.
Был байрам республика халҡының берҙәмлеген һәм халыҡ-ара татыулыҡты һынландыра.
Был әһәмиәтле көн республика халҡы араһында киң танылыу алды һәм ул йөрәктәрҙә лайыҡлы урын биләй. Республика көнө тыуған яғыбыҙҙың уңыштары өсөн хаҡлы рәүештә ғорурлыҡ тойғолары, киләһе көнгә ышаныс тыуҙыра. Унда халҡыбыҙҙың рухи мираҫы һәм традицияларына тәрән ихтирам, тыуған республикабыҙға һәм уның һоҡланғыс кешеләренә һөйөү сағыла.
Ошо мәртәбәле байрам менән барлыҡ республика халҡын ҡайнар ҡотлайбыҙ! Тыуған Башҡортостаныбыҙҙың бөгөнгөһө һәм киләсәге ышаныслы, күге аяҙ булһын!