Уҡытыусылар көнө менән!

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы.

Уҡытыусылар көнө менән!

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы.

Хөрмәтле уҡытыусылар һәм педагогик хеҙмәт ветерандары!

Һеҙҙе ихлас күңелдән уҡытыусылар көнө менән ҡайнар ҡотлайым!

Бөгөн педагогҡа һәм уның көндәлек хеҙмәтенә юғары талаптар ҡуйыла. Йәш өфөлөләр алған белем сифатынан һәм кимәленән, тәү сиратта, баш ҡалабыҙҙың, республикабыҙ һәм илебеҙҙең ышаныслы киләсәге тора.

Өфөлә белем биреү ойошмаларының матди-техник базаһын нығытыуға айырым ҙур иғтибар бүленә. Мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөлә һәм төҙөкләндерелә, балаларға тейешле кимәлдә ял ойоштороу өсөн барлыҡ шарттар булдырыла, уҡытыусыларҙың эш шарттары яҡшыртыла.

Баш ҡалабыҙ белем өлкәһендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡыусылары һәм уҡытыусылары менән ысын мәғәнәһендә ғорурлана ала.

Һеҙҙең оло хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәтемеде белдерәм һәм һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, яңы уңыштар теләйем!

Байрам менән!
Башҡортостан Республикаһының
Өфө ҡалаһы ҡала округы
Хакимиәте башлығы                                                                         Ө.М. Мостафин


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA