«Мәҙәниәт» милли проекты йәш таланттарға яңы мөмкинселектәр аса

Быйыл мартта Затон биҫтәһендә йәшәүселәр өсөн тантаналы сара үтте. Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбенең яңы бинаһы асылды.

Быйыл мартта Затон биҫтәһендә йәшәүселәр өсөн тантаналы сара үтте. Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбенең яңы бинаһы асылды.

Бынан тыш, быйыл учреждение «Мәҙәниәт» милли проектында ҡатнаша. Уның сиктәрендә мәктәп яңы музыка ҡоралдары менән тәьмин ителде. Улар музыка мәктәбендә Халыҡ ара музыка көнө уңайынан презентацияланды. Хәҙер балалар профессиональ рояльдә, пианино, скрипкалар, баяндар, аккордеондар, виолончелдәр, саксофон, башҡорт милли ҡоралдарында, домраларҙа, балалайкаларҙа, контрабас һәм кларнетта музыка нескәлектәренә өйрәнә алалар.

Яңы музыка ҡоралдары уҡыусыларға оҫталыҡ кимәлен күтәреп, конкурс һәм фестивалдәрҙә беренсе урындар яуларға мөмкинселектәр аса.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA