«Йәшел Башҡортостан - Йәшел Рәсәй» экологик акцияла ҡатнашырға саҡырабыҙ

26 сентябрҙә «Йәшел Рәсәй» Бөтә Рәсәй экологик өмәһе сиктәрендә үткәрелгән «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһында Өфөнөң 55 майҙансығында үҫентеләр ултыртасаҡтар.

«Йәшел Башҡортостан - Йәшел Рәсәй» экологик акцияла ҡатнашырға саҡырабыҙ

26 сентябрҙә «Йәшел Рәсәй» Бөтә Рәсәй экологик өмәһе сиктәрендә үткәрелгән «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһында Өфөнөң 55 майҙансығында үҫентеләр ултыртасаҡтар.

Өфө Хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова әйтеүенсә, экологик марафон сиктәрендә төп сара «Беренсе Май» мәҙәниәт һәм ял паркында буласаҡ.

– 26 сентябрҙә иртән паркта Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары хөрмәтенә «Еңеү урманы» ултыртыласаҡ. Сарала шахмат буйынса күп тапҡырҙар донъя чемпионы, Дәүләт Думаһы депутаты Анатолий Карпов ҡатнашыр, тип көтөлә. Шулай уҡ хәрби тынлы оркестр сығышы, 56-сы һәм 78-се мәктәп уҡыусыларын кадеттарға биреү ҡаралған. Ялан кухняһы, ҡайнар сәй, концерт номерҙары һәм спортсылар сығыштары ойоштороласаҡ, - тип хәбәр итә ул.

Өфө Хакимиәте ҡала тормошон тәьмин итеү идараһының экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау бүлеге башлығы Ольга Филев һүҙҙәре буйынса, «Беренсе Май» мәҙәниәт һәм ял паркынан тыш, акцияның төп майҙансыҡтарының береһе Мөбәрәков урамында (18-се йорт) Йәш әрмеселәр аллеяһы буласаҡ.

Өфөлөләр шулай уҡ ағастар ултыртыуға түбәндәге адрестар буйынса ҡушыла ала:

- «Сағыу» микрорайонында төҙөлә торған балалар баҡсаһы;

- Ҡасим күле яры (Ҡасим урамы 6/2);

- «Хәтер» скверы (Йәшел урамы 1);

- Баҡалы урамы 31-33;

- Спорт әҙерлеге үҙәге (Халыҡтар дуҫлығы проспекты 47);

- Әхмәтов урамы 273-275,

- З. Космодемьянская скверы (Пушкин урамы буйынса 35/2-се йорт янында);

- Аксаков урамы 58;

- Р. Нуриев һәм Энтузиасттар урамы киҫешкән урында;

- Өфө йылғаһы яр буйы урамы (Рыльский урамынан алып Новоженов урамына тиклем);

- «Новатор» скверы (Б. Хмельницкий урамы 147);

- К. Маркс урамы буйы (Ибраһимов бульварынан Вокзал урамына тиклем).

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 19 сентябрҙә Өфөлә беренсе көҙгө дөйөм ҡала өмәһе һәм «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы сиктәрендә 1 655 ағас һәм 365 ҡыуаҡ ултыртылған ине.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA