Өфөлә беренсе көҙгө дөйөм ҡала өмәһендә 25 меңдән артыҡ кеше ҡатнашты

19 сентябрҙә  Өфөлә беренсе көҙгө дөйөм ҡала өмәһе булып үтте. Сара «Йәшел Рәсәй» Бөтә Рәсәй экологик өмәһе сиктәрендә уҙғарылған «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһын һәм «Бөтә донъя таҙалыҡ көнө «#СДЕЛАЕМ2020» акцияһын үҙ эсенә алды.

19 сентябрҙә  Өфөлә беренсе көҙгө дөйөм ҡала өмәһе булып үтте. Сара «Йәшел Рәсәй» Бөтә Рәсәй экологик өмәһе сиктәрендә уҙғарылған «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһын һәм «Бөтә донъя таҙалыҡ көнө «#СДЕЛАЕМ2020» акцияһын үҙ эсенә алды.

Ҡала биләмәләрен дөйөм тәртипкә килтереү һәм төҙөкләндереү эштәре өсөн 20 майҙансыҡ йәлеп ителде. Дөйөм көс менән ҡаланы таҙартырға торлаҡ-коммуналь хеҙмәткәрҙәре, ҡала предприятиелары һәм ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, ижтимағи ойошмалар вәкилдәре сыҡты. Ғәҙәт буйынса өмәлә Өфө ҡалаһы һәм райондары хакимиәте хеҙмәткәрҙәре лә актив ҡатнашты.

Көҙгө өмәләрҙең төп маҡсаты –  Башҡортостан баш ҡалаһы биләмәһен ҡышҡа әҙерләү, уны сүп-сарҙан, ҡойолған япраҡтарҙан таҙартыу, яр буйы зоналарын, парктарҙы, скверҙарҙы, юлдарҙы, ишек алдарын, газондарҙы, төҙөкләндереү объекттарын тәртипкә килтереү.

Беренсе дөйөм ҡала өмәһендә 25 меңдән артыҡ кеше ҡатнашты, 805 берәмек техника йәлеп ителде. Таҙартылған биләмәләрҙең дөйөм майҙаны 10 миллион 450 мең кв.м. тәшкил итте. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонына 2645 кубометр сүп-сар ҡабул ителде, хәҙерге ваҡытта йыйылған сүп-сарҙы сығарыу эше дауам итә.

Шулай уҡ «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы  сиктәрендә бөгөн Өфөлә 1107 ағас һәм 198 ҡыуаҡ ултыртылған. Йыл буйына барлығы 20 меңгә яҡын йәш үҫенте ултыртыу планлаштырыла. Муниципалитет өсөн Башҡортостан баш ҡалаһының «йәшел үпкәләрен» һаҡлау – өҫтөнлөклө эштәрҙең береһе. Шулай уҡ йыл һайын «Горзеленхоз» муниципаль учреждениеһы көсө менән урмандарҙы төҙөкләндереү эштәре алып барыла.

Ҡала биләмәләрен тәртипкә килтереү буйынса төп эш торлаҡ-коммуналь комплекс хеҙмәткәрҙәре елкәһенә төшә. Шуға ҡарамаҫтан, ҡаланы төҙөкләндереүгә һәр кеше үҙ өлөшөн индерә ала. Аҙна һайын үткәрелә торған «санитар йома» һәм ҡала өмәләре үҫеп килеүсе быуынға үҙ ҡалаһына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә ярҙам итә.

Ойошма, учреждение етәкселәренә беркетелгән яҡындағы биләмәләрҙе, тротуарҙарҙы һәм газондарҙы тейешле рәткә килтерергә тәҡдим ителә.

Битараф булмаған өфөлөләрҙе урамдарҙы, ишек алдарын төҙөкләндереү, санитар таҙартыу буйынса көҙгө эштәрҙә ҡатнашырға саҡырабыҙ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA