Орджоникидзе районының белем усаҡтарында милли костюмдар көнө үтте

Белем усаҡтарында “Милли кейемдәр көнө” айҡанлы төрлө саралар үтте. Мәктәптәрҙең китапханаларында, фойеларында “Милли кейем”, “Милли кейемле ҡурсаҡтар” һәм “Мин – милли кейемдә” тип аталған фото күргәҙмәләр, “Заманса зауыҡлы милли кейем” һүрәттәр конкурстары ойошторолдо.
Белем усаҡтарында “Милли кейемдәр көнө” айҡанлы төрлө саралар үтте. Мәктәптәрҙең китапханаларында, фойеларында “Милли кейем”, “Милли кейемле ҡурсаҡтар” һәм “Мин – милли кейемдә” тип аталған фото күргәҙмәләр, “Заманса зауыҡлы милли кейем” һүрәттәр конкурстары ойошторолдо. Класс етәкселәре, туған башҡорт, рус һәм татар теле уҡытыусылары 1-11 класс уҡыусылары менән дәрестәр һәм класс сәғәтттәре үткәрҙеләр. Был дәрестәрҙә уҡыусылар Башҡортостанда төрлө милләт халыҡтарының дуҫлығы тураһында һөйләштеләр, уларҙың милли кейемдәре менән таныштылар, милли кейемдәрҙең тарихы тураһында ла белешмә алдылар, шул уҡ ваҡытта үҙҙәренең белемдәре менән дә бүлештеләр. Технология дәрестәрендә уҡыусылар милли кейемдәрҙе төшөрҙөләр. Был саранан ағинәйҙәр ҙә ситтә ҡалманы. Мәктәп уҡыусыларына милли кейемдәрҙе эшләү серенә оҫталыҡ-дәрестәре күрһәттеләр. Был көндө уҡыусылар, уҡытыусылар милли кейемдә уҡырға,эшкә килделәр. Уҙғарылған саралар тураһында мәғлүмәттәр, фототһүрәттәр “Бәйләнештә” битендә лә ҡуйылып барҙы. Милли кейем-халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы, уның эске булмышының, күңел донъяһының көнкүреш сағылышы.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA