Өлфәт Мостафин «Башавтотрансҡа» 50 яңы ҡала автобустарынан асҡыстарҙы тапшырҙы

11 сентябрь көнө Өфө Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин «Башавтотранс» предприятиеһының филиалдарына - 1-се УПАП һәм 3-сө УПАП,  яңы автобустар партияһының асҡыстарын тапшырҙы.

11 сентябрь көнө Өфө Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин «Башавтотранс» предприятиеһының филиалдарына - 1-се УПАП һәм 3-сө УПАП,  яңы автобустар партияһының асҡыстарын тапшырҙы.

Навигация системалары менән йыһазландырылған һәм заманса хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирәгән «Вектор NEXT» урта класслы 50 машина Өфөнөң иң кәрәкле маршруттарына сығасаҡ.

- Юл инфраструктураһын һәм пассажирҙар ташыу системаһын үҫтереү республика, муниципалитет етәкселегенең иғтибар үҙәгендә һәм уңайлы ҡала мөхитен үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора. Быйыл «Башавтотранс» өсөн ҡала һәм ҡала-ара төрлө класслы 245 автобус һатып алынған. Өфөлә юлдар һәм магистралдәр төҙөкләндерелә, юл үткәргестәр һәм күперҙәр төҙөлә, светофорҙар һәм юл хәүефһеҙлеге системаһы камиллаша. «Башавтотранс» предприятиеһының күсмә составын заманса автобустар менән алмаштырыу ҙа өфөлөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн уңайлы ҡала мөхите булдырыуға йүнәлтелгән. Барлыҡ Өфө халҡы исеменән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа ҡалабыҙ мәсьәләләрен хәл итеүҙә, шул иҫәптән йәмәғәт транспорты системаһын үҫтереүҙә даими иғтибары һәм ярҙамы өсөн рәхмәт белдерәм, – тип билдәләп үтте Өлфәт Мостафин һәм машина йөрөтөүселәргә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар һәм хәүефһеҙ юлдар теләне.

Өҫтәүенә «Башавтотранс» филиалдары хеҙмәткәрҙәрен Башҡортостан Республикаһы Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләү тантанаһы булды.

Үҙ сиратында, «Башавтотранс» предприятиеһы генераль директоры Надир Сәмиев хәбәр иткәнсә, автопаркты тулыландырыу машиналар араһындағы интервалдарҙы кәметергә һәм пассажирҙар өсөн уңайлылыҡты арттырырға мөмкинлек биргән.

– Иң популяр маршруттарҙа беҙ автобустар һанын арттырҙыҡ. Мәҫәлән, 51-се маршрутта - 50 берәмеккә тиклем, ә 69- сы һәм 74-се маршрутта – 40 берәмеккә тиклем, – тип әйтте ул.

Сара «Алға» берҙәм транспорт картаһын ғәмәлгә ашырыу буйынса иң яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән конкурс еңеүселәренә – Өфөнөң 1-се һәм 3-сө һанлы Пассажир автотранспорт предприятиеһы кондукторҙары Нурия Мамлееваға һәм Александр Моратбаевҡа аҡсалата сертификаттар биреү менән тамамланды.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA