10.09.2020
1140
Орджоникидзе районында Ульяновтар урамының 35-39-сы йорттары ихатаһында урынлашҡан иҫке, ташландыҡ фонтанға яңы һулыш өрөлдө. Ул Өфөнөң элекке фонтандарының береһе. Сталин осоронда уҡ төҙөлгән булған.
Фонтанды ҡайтанан яңыртыу һәм төҙөкләндереү проекты «Башҡорт ихаталары» программаһына ингән. Ошо программа сиктәрендә, асфальтты ремонтлау атҡарылды, машина ҡуйыу урындары һәм йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтар булдырылды, шулай уҡ балалар майҙансығы һәм яңы фонарҙәр, видеокамералар урынлаштырылды.
Шулай уҡ бында ҡыҙыҡлы сәнғәт объекттары ла барлыҡҡа килде.
Фонтан ошонда йәшәүселәрҙе тартып торор яңы үҙәк һәм йәнә тағы бер ял итеү, фотоға төшөү өсөн яратҡан урын булыр, тип ышанабыҙ.
Барығыҙҙы ла бөгөн, 10 сентябрҙә, киске сәғәт 7-лә фонтанды асыу тантанаһына саҡырабыҙ.