«Урал» волейбол буйынса Рәсәй Кубогының беренсе этабында еңеү яуланы

Өфөлә волейбол буйынса Рәсәй Кубогының беренсе этабы башланды. Унда баш ҡаланың «Урал» волейбол клубы һәм Ырымбур ҡалаһының «Нефтяник» клубы осрашты. Уйынды Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин ҡараны.

Өс партияла ла «Урал» волейболсылары һынатманы. Киләһе уйын 8 сентябрь киске сәғәт 18.30 «Зенит-Казан»  командаһы менән буласаҡ. Матч «ТВ Старт» каналында һәм волейбол клубының рәсми сайтында күрһәтеләсәк.

«Урал» волейбол клубы республиканың иң ҙур клубтарының береһе булып һанала. Клуб 20 йылдан ашыу Рәссәйҙең көслөләр лига иҫәбендә.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA