Өлфәт Мостафин «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» ҡала конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләне

7 сентябрҙә Дим районы торлаҡ хужалығы идараһының етештереү базаһында торлаҡ хужалығы предприятиелары хеҙмәткәрҙәре араһында үткәрелә торған «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» һөнәри оҫталыҡ ҡала конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы булды.

7 сентябрҙә Дим районы торлаҡ хужалығы идараһының етештереү базаһында торлаҡ хужалығы предприятиелары хеҙмәткәрҙәре араһында үткәрелә торған «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» һөнәри оҫталыҡ ҡала конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы булды.

Ҡатнашыусыларға бүләктәрҙе Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры, республика торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Борис Беляев тапшырҙылар.

Ҡунаҡтарҙы һәм тантанала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Өлфәт Мостафин конкурсанттарға рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе һәм торлаҡ хужалығы өлкәһендә эшләүселәрҙең үрге профессионаллеген билдәләп үтте.

- Торлаҡ хужалығы беҙҙең ҡала хужалығында айырым урынды алып тора, сөнки һәр кешенең кәйефе шуға бәйле. Ҡала Хакимиәте исеменән һәм шәхсән үҙ исемемдән һеҙҙең ауыр һәм мөһим хеҙмәтегеҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәтемде белдерәм! Республика этабында ла һеҙ беҙҙе һынатмаҫһығыҙ, тип ышанам! Торлаҡ хужалығы ябай ғына хеҙмәт түгел. Әгәр кеше был эшкә килеп бер, ике, өс йыл түҙһә, тимәк, ул ғүмер буйы был эш менән бәйле буласаҡ. Яңы йылдан иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә «Өфө ҡалаһы торлаҡ хужалығының Маҡтаулы хеҙмәткәре» исемен бирәсәкбеҙ, - тип хәбәр итте Өфө Хакимиәте башлығы.

Үҙ сиратында, Борис Беляев еңеүселәрҙе ҡотланы һәм торлаҡ хужалығы хеҙмәткәренең көндәлек хеҙмәте ҡала һәм республика тормошон тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерә, тип әйтте.

Бүләкләү тантанаһы сиктәрендә Өлфәт Мостафин шулай уҡ Өфө Калинин районы торлаҡ хужалығы идараһының авария-диспетчерлыҡ хеҙмәтенә «Соболь» автомобиле асҡысын тапшырҙы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, унынсы тапҡыр үткәрелә торған конкурстың маҡсаты –торлаҡ хужалығы өлкәһендә һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү, талантлы белгестәрҙе асыҡлау, шулай уҡ Өфөлә торлаҡ фондын ярашлы итеп файҙаланыу сифатын яҡшыртыу. Еңеүселәр исемлеге ҡушымтала беркетелгән.

Сара барышында Өлфәт Мостафин һәм Борис Беляев етештереү базаһын ҡаранылар һәм Дим районының торлаҡ хужалығы идараһының матди-техник тәьмин ителеше менән таныштылар.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA