«Мәҙәниәт» милли проект сиктәрендә Өфө балалар филармонияһында капиталь ремонт уҙғарыла

1970 йылда төҙөлгән филармония бинаһында 2014 йылда йылытыу системаһы, һыу менән тәьмин итеү һәм канализация системаһы капиталь ремонтланды.

1970 йылда төҙөлгән филармония бинаһында 2014 йылда йылытыу системаһы, һыу менән тәьмин итеү һәм канализация системаһы капиталь ремонтланды.

Әлеге ваҡытта филармонияла «Муниципаль мәҙәниәт учреждениелары реновацияһы» йүнәлешендәге мәҙәниәт учреждениеларын үҫтереү буйынса тейешле саралар уҙғарыла.

Капиталь ремонт сиктәрендә бинаның вентиляция һәм электр системаһы ремонтланасаҡ, витраждар, ишектәр һәм тәҙрәләр алмаштырыу ҡаралған. Бынан тыш, бинала кафе эшләйәсәк, буш ваҡытты файҙалы уҙғарыр өсөн залдар һәм студиялар йыһазландырыласаҡ. Концерт залының заманса  техникаһы төрлө күләмдәге саралар ойошторорға булышлыҡ итер тип көтөлә.

Филармония 6 йүнәлештә эшен алып бара - хореография, вокал, хор, цирк, театр һәм спорт. Унда 57 клуб ойошмалары эшләп килә. 9 ижади коллектив «Өлгөлө», 2 - «Халыҡ» дәрәжәһен йөрөтә. Өфө балалар филармонияһы йәш таланттарҙың ижади башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн яҡшы майҙансыҡ булып торасаҡ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA