Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы. 

 

 

Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

Хөрмәтле газ тармағы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Ҡәҙерле өфөлөләр!

Һеҙҙе нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым!

Башҡортостандың баш ҡалаһы нефть-газ предприятиеларының эшсәнлеге һөҙөмтәһендә ҙур сәнәғәт үҙәге булып тора. Нефть эшкәртеү, нефть химияһы һәм газ менән тәьмин итеү комплекстары хаҡлы рәүештә Рәсәйҙә алдынғыларҙан һанала.

Тармаҡ предприятиелары һәр саҡ хеҙмәт коллективтарының берҙәмлеге, хеҙмәттәшлек итеүе менән айырылып торҙо, шуның арҡаһында күп кенә хеҙмәт династиялары барлыҡҡа килде һәм әле лә дауам итә. Һеҙҙең юғары һөнәри оҫталығығыҙ, тәжрибәгеҙ, маҡсатығыҙ һәм үҙ эшегеҙгә яуаплы ҡарауығыҙ – ҡаланың үҫеше һәм Өфө халҡының тормош сифатын күтәреү гарантияһы.

Һеҙ шулай уҡ мөһим социаль программаларҙы бойомға ашырыуҙа әүҙем ҡатнашаһығы. Өфө Хакимиәте исеменән һәм үҙемдең рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм! Киләсәктә лә беҙҙең хеҙмәттәшлек һөҙөмтәле булыр, тип ышанам.

Билдәле ҡаҙаныштарҙың башында торған тармаҡ ветерандары хөрмәткә лайыҡ. Бөгөнгө быуын, һеҙҙең тәжрибәгеҙҙе үҙләштереп, традицияларҙы дауам итә һәм ҡуйылған бурыстарҙы яҡшы үтәй.

Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм уңышлар теләйем! Артабан да бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып эшләйек!

Байрам менән!

 

Башҡортостан Республикаһы

Өфө ҡалаһы ҡала округы

Хакимиәте башлығы Ө.М. Мостафин

 

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA