3 сентябрҙә Өфө Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры, республика торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Борис Беляев эш сәфәре сиктәрендә баш ҡаланың күп фатирлы йорттарҙың подъездарын комплекслы төҙөкләндереү барышын тикшерҙеләр.
Сарала шулай уҡ Башҡортостандың дөйөм милекте капиталь ремонтлау региональ операторы вәкилдәре, ҡаланың структур бүлексәләре һәм подрядсы ойошма етәкселәре ҡатнашты.
Тикшереү барышында Өлфәт Мостафин үҙ объекттарында ремонт эштәрен алып барыуҙы һуҙыусы региональ операторы һәм подрядсы ойошмаларҙың эшенән ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе. Айырым алғанда, Дан бульвары буйынса урынлашҡан торлаҡ йорт подъездарына төҙөкләндереү эштәре июнь башында уҡ башланған. Әммә әлегә тиклем тамамланмаған. Йортта йәшәүселәрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, эшселәр даими рәүештә аҙнаға «юғалалар».
- Күпме кешене яфаларға мөмкин?! Мин бер нисә тапҡыр эш графиктары тураһында әйттем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн Борис Владимирович та подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса хисаптарҙы ҡағыҙҙа ғына булыуына инанды, - тип билдәләп үтте Өлфәт Мостафин һәм ремонттың сифатына зыян килтермәйсә, ҡала буйынса эштәрҙе тиҙләтергә ҡушты.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Өфөлә подъездарҙы комплекслы төҙөкләндереү программаһы буйынса 278 күп фатирлы йорттоң 940 подъезын ремонтлау планлаштырылған. Төҙөлгән контракттар буйынса ремонт эштәре 1 октябргә тамамланырға тейеш.
Мәжбүри эштәр иҫәбенә тәҙрәләрҙе пластикка алыштырыу, инеү төркөмдәрен төҙөкләндереү, беренсе ҡаттың иҙәнен плитка менән тышлау, диуарҙарҙы буяу, энергия һаҡлаусы яҡтыртҡыстар урынлаштырыу, почта тартмаларын алыштырыу һәм башҡа төр эштәр инә.
Программаны финанслау республика (90 %) һәм урындағы (10 %) бюджеттарҙан ғәмәлгә ашырыла. Программа, ремонтланырға тейешле барлыҡ подъездарҙы үҙ эсенә алып, алты йылға иҫәпләнгән.