Белем көнө менән!

Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы.

Белем көнө менән!

Хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр!

Һеҙҙе ысын күңелдән Белем көнө менән ҡайнар ҡотлайым!

Был көн уҡыусылар өсөн генә түгел, ә барлыҡ уҡыу-уҡытыу хеҙмәткәрҙәре, ата-әсәләр өсөн тулҡынландырғыс ваҡиға. Ул яңы уҡыу йылының башланыуын, һәр беребеҙҙең уҡытыуҙа һәм тормошта яңы этап башланыуын аңлата.

Бөгөн мәктәп ҡыңғырауы Өфөнөң 126 мең уҡыусыһы өсөн яңғыраясаҡ. Улар дистанцион уҡыуҙан һуң класташтары һәм уҡытыусылары менән осрашасаҡ. Был көн беренсе синыфҡа барыусылар өсөн бигерәк тә иҫтәлекле һәм тулҡынландырғыс буласаҡ – уларҙы яңы дуҫтар һәм яңы асыштар көтә.

Ҡәҙерле дуҫтар, яңы уҡыу йылы онотолмаҫлыҡ һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға бай булһын. Шул уҡ ваҡытта санитария күрһәтмәләре һәм именлек саралары тураһында ла иҫтә тотоуығыҙҙы һорайым.

Хөрмәтле уҡытыусылар, һеҙгә үҫеп килеүсе быуын яҙмышы өсөн оло яуаплылыҡ йөкләнгән. Фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәтемде белдерәм.

Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм күтәренке рух теләйем! Педагогтарға һәм ата-әсәләргә һөнәри уңыштар, аҡыллылыҡ һәм түҙемлек, ә уҡыусыларға яҡшы билдәләр, яңы ҡаҙаныштар һәм мауыҡтырғыс ваҡиғалар теләйем!

Яңы уҡыу йылы менән!

 

Башҡортостан Республикаһы
Өфө ҡалаһы ҡала округы
Хакимиәте башлығы                                                                                                  Ө.М. Мостафин


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA