Өфөлә бал йәрминкәһе уҙасаҡ

29 һәм 30 августа Өфөлә бал йәрминкәләре уҙасаҡ. Ҡала халҡы был йәрминкәләрҙә республика етештереүселәренән сифатлы һәм саф  продукция һатып алаласаҡ.

Өфөлә бал йәрминкәһе уҙасаҡ

29 һәм 30 августа Өфөлә бал йәрминкәләре уҙасаҡ. Ҡала халҡы был йәрминкәләрҙә республика етештереүселәренән сифатлы һәм саф  продукция һатып алаласаҡ.

Ауыл хужалығы йәрминкәләре киләһе адрестар буйынса үтәсәк:

 29 августа:

- Дим районындағы М. Жәлил урамынан алып Ухтомский урамына тиклемге Правда урамы буйлап автомобиль юлы участкаһында;

- Калинин районында Интернациональ урамы һәм Машина төҙөүселәр урамы киселешендә;

- Киров районында Рабкоров урамы, 3,5,7 һанлы йорттар янында урынлашҡан майҙансыҡта;

- Ленин районында Әхмәтов урамы буйынса урынлашҡан «Тулҡын» скверы янындағы майҙансыҡта;

- Октябрь районында Спорт һарайы эргәһендәге майҙанда;

- Орджоникидзе районында Беренсе Май урамы, 14, буйынса  С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда;

- Совет районында Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 21 адресы буйынса Йәштәр һарайы ҡаршыһындағы майҙанда.

30 август:

- Октябрь районында Спорт һарайы эргәһендәге майҙанда.

Республика ауыл хужалығы етештереүселәрен йәрминкәләрҙә ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Эш ваҡыты 10.00-16.00 сәғәт.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA