19.08.2020
1391
Башҡортостанда битлек режимы һаҡлана. Халыҡ күпләп йыйылған урында битлек һәм бирсәткә кейеү, социаль дистанция әлегә коронавирустан һаҡланыуҙың һөҙөмтәле ысулы тигән фекерҙә белгестәр. Шуға ла табиптарҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалыу мөһим.
Йәмәғәт транспортында, дәүләт һәм муниципаль учреждениеларҙа, күп функциялы үҙәктәрҙә, магазиндарҙа, ябыҡ биналарҙа битлек кейеү мотлаҡ.
Бронхит, йөрәк, ҡан баҫымы, шәкәр диабеты, бөйөр хроник сирҙәре менән яфаланыусылар короновирусты ауыр үткәрә, тип билдәләй табиптар. Тын алыуы ауырлашҡанда, температура күтәрелгәндә һәм йүткерә башлаған осраҡта бер нисә кәңәшкә ҡолаҡ һалырға тәҡдим итә улар.
Үҙебеҙҙең генә түгел, яҡындарыбыҙҙың да һаулығы беҙҙең ҡулда. Шуға ла урам буйы, сауҙа үҙәктәрендә мотлаҡ битлектә йөрөргә һәм ҡулдарҙы дезинфекцияларға кәңәш итә табиптар.