Өфөлә йәмәғәт транспортында санитар нормалары үтәлеүе тикшерелде

19 август Өфө хакимиәтенең транспорт һәм элемтә идаралығы белгестәре муниципаль электротранспорт идаралығы һәм «Уфагортранс» предприятиеһы вәкилдәре менән бергә йәмәғәт транспортында санитар нормаларын үтәлеүен тикшерҙе.

Сара йәмәғәт транспортында коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.

- Өфөлә бындай тикшереүҙәр көн һайын үтә. Битлекһеҙ пассажирҙарға бушлай битлек тәҡдим итәбеҙ, - тип билдәләп үтте Өфө хакимиәтенең транспорт һәм элемтә идаралығы белгесе Николай Никулушкин.

Билдәләп үтәбеҙ, коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау маҡсатында ҡала транспорты салондары көнөнә 2 тапҡыр дезинфекциялана.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA