Радий Хәбиров эш сәфәре менән Өфө буйлап үтте

18 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баш ҡала буйлап эш сәфәренә сыҡты. Ул юлдарҙытөҙөкләндереү барышы һәм мәктәптәрҙең яңы уҡыу йылына әҙерлеген тикшерҙе.

18 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баш ҡала буйлап эш сәфәренә сыҡты. Ул юлдарҙытөҙөкләндереү барышы һәм мәктәптәрҙең яңы уҡыу йылына әҙерлеген тикшерҙе.

Илдең иң яҡшы мәктәптәре исемлегенә ингән 21-се лицей киләһе йылда 100 йыллығын билдәләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бай тарихлы уҡыу йортоноң бинаһы авария хәлендә, кешеләр өсөн хәүеф тыуҙыра. Шуға күрә яңы уҡыу йылында уҡыусылар 41-се, 126-сы мәктәптәргә күсеп уҡырға мәжбүр буласаҡ.

Радий Хәбиров лицейҙы төҙөкләндереүҙе Республика адреслы инвестиция программаһына индерергә һәм бинаны яңырта башларға ҡушты. Ремонт эштәре уҡыу йортоноң юбилейына, 2021-2022 йылдарҙа тамамланырға тейеш.

Төбәк етәксеһе мәктәп коллективы менән аралашып, яңы уҡыу йылына әҙерләнеүгә ҙур иғтибар бүлеүҙе һораны.

– Һеҙгә еңел булмаған шарттарҙа эшләргә тура киләсәк. Шуға бик ныҡ һорайым: үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Быйыл беҙ медицина инспекторҙары институтын индерәбеҙ, улар барлыҡ санитар талаптарҙың үтәлешен тикшерәсәк. Быға аңлап ҡабул итеүегеҙҙе һорайым, – тине Радий Хәбиров.

Яңы уҡыу йылында Өфөлә уҡыусылар ағымдарын бүлеү буйынса тәжрибә үтәсәк. Был коронавирус инфекцияһын йоҡтороу хәүефен кәметәсәк. Радий Хәбиров ошо методиканы һынап ҡарарға тәҡдим итте.  Уны үткәреү майҙансыҡтарының береһе - 19-сы мәктәп. Әле бында бинаның тышҡы яғын капиталь төҙөкләндереү тамамлана, витраждар, тәҙрәләр, ишектәр алмаштырылған. Радий Фәрит улы ремонттың сифатын баһаланы һәм педагогтарҙы яңы уҡыу йылын ышаныс менән ҡаршы алырға, шул уҡ ваҡытта бөтә санитар талаптарҙы үтәргә саҡырҙы.  

 ***

Артабан Радий Хәбиров Комсомол урамында Һәҙиә Дәүләтшина бульварынан Урман техникумы урамына тиклемге өлөшөндә барған реконструкция менән танышты. «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты буйынса башҡарылған ремонт былтыр башланғайны. 3,84 километр оҙонлоғондағы участкала эшселәр юлды дүрт һыҙаттан алтыға тиклем киңәйтәсәк, ямғыр канализацияһын үткәрәсәк, видеокүҙәтеү системаһын урынлаштырасаҡ, яҡтыртыу саралары, туҡталыштар һәм светофорҙар яңыртасаҡ, тротуарҙарҙы, газондарҙы төҙәкләндерәсәк. Эштәр 2021 йылдың ноябрендә тамамланыр тип күҙаллана.

Комсомол урамында Радий Хәбировҡа 19/1-се һәм 21/1-се йорттарҙа йәшәгән кешеләр мөрәжәғәт итте. Улар йорт алды биләмәһенең бер өлөшөн үҙенә алған эшҡыуар менән булған конфликтты хәл итеүҙе һораны. Был туралағы мөрәжәғәт социаль селтәрҙәрҙә «Инцидент менеджмент»  системаһына эләккән. Халыҡ белдереүенсә, бәхәсле биләмәнең бер өлөшөн бушатҡандар, тик дәғүәләшеү һаман дауам итә. Ошо сәбәпле «Башҡортостан ихаталары» программаһы буйынса биләмәне төҙөкләндереү эше лә туҡталған.

– Был эште контролгә алам, барыһын да хәл итергә тырышырбыҙ, – тине Радий Хәбиров.

***

Өфө ҡалаһы буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Совет майҙанында ла булды. Майҙанда һәм уның тирә-яғында эштәр бик әүҙем бара. Әле буласаҡ фонтан өсөн техник бина ҡуялар. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы скверҙа иҫке тротуар алынған, кабелдәр һуҙыла, гранит һалырға нигеҙ әҙерләнә. Эштә төҙөүселәр республика етештереүселәре тауарҙарын күпләп файҙалана.

– Беҙ был майҙанды Өфөнөң тарихи үҙәгенең иң матур урындарының береһе итәсәкбеҙ. Күмсә махсус кәртәләр ҡуйып, ял көндәрендә Совет майҙанын һәм уның тирә-яғын йәйәүлеләр өсөн биләмәгә әйләндеререгә уйлайбыҙ, – тине Радий Хәбиров.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA