Өлфәт Мостафин Светлана Мушкинаны юбилейы менән ҡотланы

18 августа үҙенең юбилейын 50 йылға яҡын ғүмерен радио һәм телевидение менән бәйләгән Светлана Мушкина билдәләй.

18 августа үҙенең юбилейын 50 йылға яҡын ғүмерен радио һәм телевидение менән бәйләгән Светлана Мушкина билдәләй. Матур байрамы менән уны Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин ҡотланы һәм Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләне.

- Уңышлы эшмәкәрлегегеҙ артабан да сәскә атһын.  Йәш быуын өсөн һеҙ лайыҡлы өлгө булып тораһығыҙ, - тине Өлфәт Мостафин һәм юбилярҙың башҡорт телевидениеһына ҙур өлөш индергәнен билдәләп үтте.

 Светлана Мушкина - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Ул телевидениеның «алтын фонды »на ингән төрлө проекттар авторы. Бөгөнгө көндә «Башҡортостан» телерадиокомпанияһында эшен дауам итә.  

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA